factograf
BA

Полтава

Полтава
All data from the card 10
Ил
Украина
Мэр
Мамай Александр Фёдорович
Нигеҙләнгән
899
Майҙаны
103 км²
Рәсми теле
Украин теле
Халҡы
287 135 кеше (2024)
Сәғәт бүлкәте
UTC+2, йәйге UTC+3
Телефон коды
+380 532(2)
Почта индексы
36000-36499
Рәсми сайт
rada-poltava.gov.ua

Полтава (укр. Полтава) — Украиналағы ҡала. Полтава өлкәһенең үҙәге.

Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Приднестровье уйһыулығында, Ворскла йылғаһы буйында урынлашҡан. Тарихи сығанаҡтарҙа беренсе мәртәбә XII быуатта телгә алынһа ла, археологик ҡаҙылмалар ҡала урынында VIII быуатта уҡ кеше торағы булыуын күрһәтә.

1802 йылдың 27 февраленән 1925 йылдың 3 июненә тиклем Полтава губернаһының административ үҙәге.

Полтава — мөһим мәҙәни һәм эре транспорт үҙәге. Ҡала майҙаны — 112,52 кв. километр, ҡала 3 административ районға бүленгән (Октябрь, Киев и Ленин райондары). 2024 йылдың 1 мартына ҡалала 287 135 кеше йәшәгән. 1974 йылда Полтава Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Географик характеристика

Урынлашыуы

Полтава Европаның көнсығыш өлөшөндә, Киевтан 301 км көнсығышта урынлашҡан.

Географик координаталары: төньяҡ киңлектең 49º 35’, көнсығыш оҙонлоҡтоң 34º 33’, диңгеҙ кимәленән бейеклеге 140 м.

Ҡала Ворскла йылғаҙының ине ярында урынлашған. Ҡала биләмәһендә бер нисә күл яһалма быуалар бар. Кала рельефы башлыса тигеҙ, йылғанан 1,5 км арала түбәнлек башлана.

Ҡаланың географик урыны бик уңайлы һәм ҡала үҫешенә тарихи яҡтан ҙур йоғонто яһай.

Полтава Киев, Харьков һәм Днепропетровск ҡалалары транспорт бәйләнешендә урынлашҡан.

Күренекле кешеләр

  • Иван Фёдорович Паскевич, рус генерал-фельдмаршал. 1830 йылда Польша ихтилалы баҫтырыусы, 1806—1812, 1828—1829 йылдағы Рус-төрөк һуғышы ҡатнашыусы

Һылтанмалар

  • Сайт города Полтава 2009 йыл 25 сентябрь архивланған. (укр.)

In 97 languages

Text from Wikipedia, CC BY-SA 4.0 · Source article