factograf
BA

Үзбәкстандың башҡалаһы

Ташкәнт

Ташкәнт

Key facts

халыҡ һаны2 956 384
майҙан335km²
төшөнсәнең шәхсән осрағыҡала, беренсе дәрәжәләге административ берәмек
дәүләтҮзбәкстан
диңгеҙ кимәленән бейеклек455m
административ-территориаль берәмекҮзбәкстан
All data from the card 22
Ил
Үзбәкстан
Статус
дәүләт баш ҡалаһы, өлкәнең административ үҙәге
Эске бүленеш
11 район
Хоким
Усманов Рахмонбек Джахонгирович
Беренсе мәртәбә телгә алынған
Б.Э.Т II быуат
Элекке исеме
Чач, Шаш (Мадина́-аш-Шаш), Бинке́т (Бинка́т)
Майҙаны
334,8 км²
Бейеклеге
455 м
Климат тибы
уртаса-континенталь
Рәсми теле
үзбәк
Халҡы
▲2 571 668 кеше (2020)
Тығыҙлығы
7083 кеше/км²
Агломерация
6,5 млн
Милли состав
үзбәктәр − 65,0 %урыҫтар − 18,0 %татарҙар − 4,5 %немецтар − 6.0%корейҙар − 2,2 %ҡаҙаҡтар − 2,1 %уйғырҙар — 1,2 %другие − 7,0 %
Конфессиональ составы
мосолмандар, христиандар, атеисттар и др.
Этнохороним
ташке́нтец, ташке́нтка, ташке́нтцы
Сәғәт бүлкәте
UTC+5
Телефон коды
+998 71
Почта индексы
100000
Автомобиль коды
01—09, (10, 30 — старые)
Рәсми сайт
tashkent.uz
Награды
Ҡалып:Орден Мустакиллик

Ташкә́нт (үзб. Toshkent / Тошкент) — баш ҡала һәм Үзбәкстандағы иң эре ҡалаларҙың береһе, административ үҙәге Ташкент ѳлкәһе. Халыҡ иҫәбе буйынса ла Үзбәкстандың һәм Урта Азияның иң ҙур ҡалаһы, Ташкент агломерацияһының үҙәге, илдең мөһим иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, фәнни һәм шулай уҡ авиация, тимер юлы, автомобиль үҙәге. Административ яҡтан 11 районға бүленгән.

Ташкент халҡы буйынса БДБ илдәре араһындағы иң эре ҡалаларҙың береһе. Уның халҡы 2,3 миллион тәшкил итә.

Физик-географик характеристикаһы

Ташкент и его окрестности, космический снимок LandSat-5, 30 июня 2010 года
Ташкент и его окрестности, космический снимок LandSat-5, 30 июня 2010 года

Географик урыны

Ташкент республиканың тѳньяҡ-кѳнсығыш ѳлѳшѳндә, Чирчик (йылға) үҙәне буйында, диңгеҙ кимәленән 440—480 метр бейеклектә урынлашҡан һәм 30 мең гектар территорияны алып тора. Ташкенттан кѳнсығышҡа һәм тѳньяҡ-кѳнсығышҡа ҡарай кѳнбайыш Тянь-Шань армыттары урынлашҡан.

Ташкента ҡалаһынан ҙур ҡалаларға тиклем алыҫлыҡ (автомобиль юлдары буйлап)
Төньяҡ-көнбайыш Ургенч ~ 989 км
Нөкөс ~ 1106 км
Һарытау ~ 2542 км
Һамар ~ 2353 км
Ҡазан ~ 2586 км
Мәскәү ~ 3366 км
Санкт-Петербург ~ 4112 км
Шымкент ~ 138 км
Астана ~ 1614 км
Өфө ~ 2222 км
Екатеринбург ~ 2837 км
Бишкәк ~ 545 км
Алматы ~ 781 км
Омск ~ 2227 км
Новосибирск ~ 2404 км
Төньяҡ-көнсығыш
Көнбайыш Бохара ~ 556 км
Ашхабад ~ 1261 км
Баҡы ~ 3307 км
Краснодар ~ 3249 км
Фәрғәнә ~ 340 км
Андижан ~ 370 км
Ош ~ 410 км
Урумчи ~ 1525 км
Көнсығыш
Көньяҡ-көнбайыш Һырдаръя ~ 80 км
Джизак ~ 200 км
Сәмәрҡәнд ~ 280 км
Карши ~ 420 км
Хаваст ~ 140 км
Дүшәмбе ~ 465 км
Термез ~ 686 км
Алмалык~ 70 км
Бекабад ~ 110 км
Көньяҡ-көнсығыш

Тарихы

Беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттарҙа уҡ билдәле., Ташкенттың Шаш-тепа, Чач-тепа тигән атамалары ла осрай.

XI быуаттан ҡала Ташкент булараҡ танылыу ала. Был исем (латин телендә — «таш») Таш ҡала тигән мәғәнәне аңлата. Иң тәүге ҡытай сығанаҡтарында Ташкент Шаш (Ши)ѳлкәһе, Чжэши һәм Юэни, иртә Урта быуаттар осоронда — Чач, Шаш (ѳлкә) һәм Джач тип йѳрѳтѳлә. «Ши» ҡытайса «таш» (ҡыт. ябайл. 石, пиньин: shí) тигәнде лә аңлатырға мѳмкин булғанлыҡтан, тѳбәккә тѳрки ырыуҙар күсеп ултырғандан һуң, был атамаларҙың тѳркисә «таш» тигән һүҙгә әйләнеүе лә бар..

XIV—XV быуаттарҙа Ташкент Тимур империяһы составына инә. XVI быуатта ҡала менән Шейбанидтар династияһы идара итә. 1586 йылда ҡаҙаҡтар Ташкентҡа уңышлы поход яһай. Артабан ҡала, 1557—1598 йылдарҙа, бында үҙенең тимер аҡсаларын сығарған шейбанид Абдулла-хан II буйһона. 1598 йылдан 1604 йылға тиклем Ташкент менән үҙ исеменән кѳмѳш һәм баҡыр аҡса сығарған шейбанид Кельди Мѳхәмәт идара итә.. 1630 йылдар тирәһендә Ташкент Ҡаҙаҡ ханлығы хандарының резиденцияһы була.. 1784 йылда Юныс Хаджа үҙ власы аҫтына бѳтә ҡаланы берләштерә һәм бойондороҡһоҙ Ташкент дәүләте тѳҙѳй. XIX быуат башына был дәүләт бик күп ерҙәрҙе эләктерә. Әммә, Юныс Хаджа үлгәндән һуң, 1807—1808 йылдарҙа, ил Коканд ханлығына буйһона.. Коканд ханлығында Ташкент соҡор һәм 20 саҡрым оҙонлоғондағы балсыҡ ҡатыш стена менән уратып алынған була (Ташкент ҡапҡаһы). Ҡаланың яңы ѳлѳшѳнә, 1865 йылда Ташкентты Рәсәй империяһының рус ғәскәрҙәре баҫып алғас нигеҙ һалына. Ул иҫке ҡаланан Анхор каналы менән айырылып тора.

Билдәле шәхестәре

  • Молчанов Анатолий Александрович (15.08.1938), ғалим—геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы.
  • Новиков Михаил Николаевич (1941), хеҙмәт ветераны, кинооператор. 1998 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Кинематографсылар союздары, 2000 йылдан — Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1971 йылдан Свердловск киностудияһы кинооператоры, 1976 йылдан — Өфө кинохроника пунктының үҙ хәбәрсеһе; 1993—1997 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. Ташкент ҡалаһынан.
  • Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы (28.04.1956), комсомол органдары, сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2014—2022 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 2-се класлы ғәмәлдәге муниципаль советник. Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
  • Әсфәндиәрова Гөлсөм Жафар ҡыҙы (12 ноябрь 1880 йыл — ноябрь 1941 йыл) — юғары белемле беренсе ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙ-табибы, Төркөстан крайында һаулыҡ Һаҡлау системаһын ойоштороусы, табип-педагог

Климаты

Ташкент Климатик бүлкәттең Субтропик һәм Талғын-континенталь сигендә ята. Йылына 440 мм яуым-тѳшѳм була. Кеше йәшәмәгән буш һәм ярым буш уйпат ѳлкәләр менән сағыштырғанда тауҙарҙың яҡын булыу һѳҙѳмтәһе күпкә әһәмиәтле. Ғәҙәттә, һыуыҡтар оҙаҡ булмай, ләкин аяҙ булғанда һауа температураһы ҡайһы ваҡыттарҙа минус 20 °C -ҡа тиклем тѳшә, йәйгеһен күләгәлә ул йыш ҡына 35-40°C-ҡа тиклем етә.

Минималь температура — 29,5 °C (1930 йылдың 20 декабре), максималь температура — + 44,6 °C (1997 йылдың 18 июле), 40 кѳнлѳк елһеҙ, йәйге томра, йәғни селлә ваҡыты Ташкент ҡалаһы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ..

Яҙ менән кѳҙ иртә килә. Был һыу ятҡылыҡтарының булмауы арҡаһында һауаның тиҙ йылыныуы һәм һыуыныуы менән бәйле.

  • Уртаса йыллыҡ температура — +14,8 C°
  • Уртаса йыллыҡ Бофорт шкалаһы, елдең тиҙлеге — 1,4 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 56 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 22,2 27,0 32,5 36,4 39,9 43,0 44,6 43,1 39,8 37,5 31,1 27,3 44,6
Уртаса максимум, °C 6,8 9,4 15,2 22,0 27,5 33,4 35,7 34,7 29,3 21,8 14,9 8,8 21,6
Уртаса температура, °C 1,9 3,9 9,4 15,5 20,5 25,8 27,8 26,2 20,6 13,9 8,5 3,5 14,8
Уртаса минимум, °C −1,5 0,0 4,8 9,8 13,8 18,0 19,7 18,0 12,9 7,8 4,1 0,0 8,9
Абсолют минимум, °C −28 −25,6 −16,9 −6,3 −1,7 3,8 8,2 3,4 0,1 −11,2 −22,1 −29,5 −29,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 53 64 69 61 41 14 4 1 6 24 44 59 440
Сығанаҡ: Погода и климат

Экологик торошо

Территорияның яртыһын тиерлек ултыртылған ағастар алып тора. Бөгөн Ташкент кешеһенең һәр береһенә йәшелләндерелгән 69 квадрат метр тура килә. Ҡайһы бер саҡтарҙа бында насар экологик хәл күҙәтелә. Ҡалала йыш ҡына кѳслѳ төтөн булыуы ихтимал, шул арҡала күреү мѳмкинлеге 1,5-3 саҡрымдан артмай.. Был осраҡта, һауа таҙа булған ваҡытта офоҡта яҡшы күренгән Тянь-Шань тауҙары насар ғына төҫмөрләнә.

Read next

In 173 languages

baаԥсшәаAcèhAfrikaansአማርኛaragonésÆngliscالعربيةالدارجةمصرىasturianuаварअवधीazərbaycancaتۆرکجهBasa BaližemaitėškaBikol Centralбеларуская (тарашкевіца)беларускаябългарскиবাংলাབོད་ཡིགbrezhonegbosanskiбуряадcatalà閩東語 / Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄нохчийнCebuanoکوردیqırımtatarcačeštinaчӑвашлаCymraegdanskDeutschZazakiΕλληνικάEnglishEsperantoespañoleestieuskaraفارسیsuomivõrofrançaisNordfriiskFryskGaeilgeGagauzGàidhliggalegoAvañe'ẽगोंयची कोंकणी / Gõychi Konknni客家語 / Hak-kâ-ngîעבריתहिन्दीFiji HindihrvatskihornjoserbsceKreyòl ayisyenmagyarհայերենԱրեւմտահայերէնinterlinguaBahasa IndonesiaInterlingueIlokanoIdoíslenskaitaliano日本語ქართულიQaraqalpaqshaKumoringGĩkũyũқазақшаಕನ್ನಡ한국어къарачай-малкъарkurdîкомикыргызчаLatinaLëtzebuergeschLingua Franca NovaLigurelombardລາວlietuviųlatviešuMadhurâमगहीमैथिलीмокшеньMalagasyолык марийMinangkabauмакедонскиമലയാളംмонголमराठीкырык марыBahasa MelayuMaltiမြန်မာဘာသာэрзяньمازِرونیPlattdüütschनेपालीNederlandsnorsk nynorsknorskNovialDiné bizaadChi-ChewaoccitanlivvinkarjalaиронਪੰਜਾਬੀPapiamentuPicardpolskiPiemontèisپنجابیپښتوportuguêsromânăрусскийсаха тылаsarduScotsسنڌيsrpskohrvatski / српскохрватскиSimple EnglishslovenčinaسرائیکیslovenščinachiShonashqipсрпски / srpskisvenskaKiswahiliślůnskiதமிழ்తెలుగుтоҷикӣไทยTürkmençeTagalogtolışiTürkçeтатарча / tatarçaтыва дылудмуртئۇيغۇرچە / Uyghurcheукраїнськаاردوoʻzbekcha / ўзбекчаvènetovepsän kel’Tiếng ViệtVolapükWinaray吴语ייִדישYorùbá文言閩南語 / Bân-lâm-gí粵語中文

Text from Wikipedia, CC BY-SA 4.0 · Source article