factograf
BA

Резерфордий

Резерфордий
All data from the card 16
ХФА-лағы транскрицияһы
ˌrʌðərˈfɔːrdiəm
Кем хөрмәтенә аталған
Эрнест Резерфорд
Асыусы йәки уйлап табыусы
Альберт Гиорсо[d]
Асыу датаһы
1964
Табылыу урыны
Дубна
Элемент символы
Rf
Химик формула
Rf
Каноническая формула SMILES
[Rf]
Атом һаны
104
Электронная конфигурация
[Rn] 5f¹⁴ 6d² 7s²
Энергия ионизации
6,02 ± 0,04 электронвольт, 14,35 ± 0,04 электронвольт һәм 23,84 ± 0,04 электронвольт
Әселәнеү дәрәжәһе
3 һәм 4
Иреү температураһы
2400 K
Ҡайнау нөктәһе
5800 K
Кристаллик система
гексагональная сингония[d]
Масса
267,12179 ± 0,00062 массаның атом берәмеге
104
Резерфордий
Rf
261
5f146d27s2

Резерфордий (лат. Rutherfordium, Rf) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 4-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 104.

1997 йылға тиклем СССР-ҙа һәм Рәсәй-ҙә курчатовий(Ku) булараҡ билдәле булған — периодик системала 104-се элемент.

Резерфордий — яһалма синтезланған юғары радиоактив элемент, ярым тарҡалыу осоро 1,3 сәғәт самаһы тәшкил иткән иң билдәле тотороҡло изотоп (267 Rf). Элемент тураһында аҙ билдәле, ҡайҙалыр ҡулланыла алмай, сөнки ул бер ваҡытта ла макроскопик күләмдә алынғаны юҡ. Резерфордий — беренсе трансактиноид элемент, уларҙың һиҙемләнгән химик үҙенсәлектәре гафнийға яҡын.

Символы

Резерфордий элементының символы — Rf (Резерфордий тип уҡыла).

Тарих

Резерфордий 1964-69 йылдарҙа Г.Флёров тарафынан асыла.

Тәүге тапҡыр периодик системаның 104-се элементы 1964 йылда Дубналағы Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты ғалимдары тарафынан Г.Флёровет етәкселегендә алынған. Улар 115 МэВ энергия ҡеүәте менән плутоний-242 сәбен неон-22 ядролары менән аттырған:

{\displaystyle \mathrm {^{242}_{94}{Pu}+_{10}^{22}Ne\rightarrow _{104}^{264}Rf^{*}} {\begin{matrix}\nearrow \mathrm {^{260}_{104}Rf+4_{0}^{1}n} \\\searrow \mathrm {^{259}_{104}Rf+5_{0}^{1}n} \end{matrix}}}

Барлыҡҡа килгән 104-се элемент атомдары газ хәлендәге цирконий хлориды мөхитенә эләгә, унда хлор менән бәйләнә һәм үҙлегенән бүленеү детекторына күсә.

Изотоптары

2016 йылдың башына резерфордийҙың 16 изотобы билдәле (шулай уҡ 4 атом изомеры), масса һандары 253—270 һәм ярым тарҡалыу осоро микросекунд өлөштәренән алып 1,3 сәғәткә тиклем тиклем (267 Rf).

Һылтанмалар

  • Резерфордий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
  • Резерфордий на Webelements 2008 йыл 9 май архивланған.
  • Резерфордий в Популярной библиотеке химических элементов 2011 йыл 11 август архивланған.
  • О синтезе элемента на сайте ОИЯИ 2017 йыл 4 ноябрь архивланған.

Read next

In 138 languages

baAfrikaansአማርኛaragonésअंगिकाالعربيةالدارجةمصرىasturianuazərbaycancaBasa BaliBikol Centralбеларуская (тарашкевіца)беларускаябългарскиभोजपुरीবাংলাབོད་ཡིགbrezhonegbosanskicatalà閩東語 / Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄CebuanoکوردیcorsučeštinaчӑвашлаCymraegdanskDeutschΕλληνικάEnglishEsperantoespañoleestieuskaraفارسیsuomifrançaisNordfriiskfurlanGaeilgeGàidhliggalegoગુજરાતીGaelg客家語 / Hak-kâ-ngîעבריתहिन्दीFiji HindihrvatskimagyarհայերենinterlinguaBahasa IndonesiaIdoíslenskaitaliano日本語la .lojban.JawaქართულიKabɩyɛқазақшаಕನ್ನಡ한국어kurdîкомиkernowekкыргызчаLatinaLëtzebuergeschLimburgsLigurelietuviųlatviešuмокшеньмакедонскиമലയാളംмонголꯃꯤꯇꯩ ꯂꯣꯟमराठीкырык марыBahasa Melayuမြန်မာဘာသာPlattdüütschनेपाल भाषाNederlandsnorsk nynorsknorskNovialoccitanlivvinkarjalapolskiپنجابیپښتوportuguêsRuna Simiromânăarmãneashtiрусскийसंस्कृतम्sardusicilianuScotssrpskohrvatski / српскохрватскиSimple EnglishslovenčinaslovenščinaSoomaaligashqipсрпски / srpskiSeeltersksvenskaKiswahiliதமிழ்తెలుగుтоҷикӣไทยTagalogTürkçeтатарча / tatarçaئۇيغۇرچە / Uyghurcheукраїнськаاردوoʻzbekcha / ўзбекчаvepsän kel’Tiếng ViệtVolapükWinaray吴语хальмгYorùbá文言閩南語 / Bân-lâm-gí粵語中文isiZulu

Text from Wikipedia, CC BY-SA 4.0 · Source article