factograf
BA

Орхус

Орхус

Key facts

халыҡ һаны290 598
майҙан91km²
төшөнсәнең шәхсән осрағыхалҡы 100 меңдән ашыу кеше булған ҡала
дәүләтДания
нигеҙләү датаһы800
диңгеҙ кимәленән бейеклек6m
All data from the card 19
Нигеҙләү датаһы
VIII быуат
Рәсми атамаһы
Aarhus
Ҡушамат
Smilets by
Этнохороним
århusianer
Дәүләт
DK
Административ үҙәге
Орхус һәм Орхус
Административ-территориаль берәмек
Орхус
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан
Каттегат
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан
East Jutland metropolitan area[d]
Халыҡ һаны
290 598 кеше (1 ғинуар 2023)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек
6 ± 1 метр һәм 105 метр
Туғандаш ҡала
Берген[d], Гётеборг[d], Турку, Нови-Сад, Харбин[d], Росток, Какорток[d] һәм Киль (ҡала)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Европаның мәҙәни баш ҡалалары[d] (2017)
Майҙан
91 км²
Почта индексы
8000, 8100, 8200, 8210, 8220, 8229, 8230, 8240, 8245, 8250, 8260 һәм 8270
Рәсми сайт
aarhus.dk
Вики-проект
WikiProject Aarhus[d]
Портал открытых данных
city of Aarhus Open Data[d]
Урындағы телефон коды
8

Орхус (дат. Aarhus йәки Århus) — ҙурлығы буйынса Данияның икенсе ҡалаһы. Ютландия ярымутрауының көнсығышында, Орхус-Бугт ҡултығында урынлашҡан. Орхус коммунаһының административ үҙәге. Әһәмиәте буйынса Данияла икенсе порт.

Халыҡ һаны — 310 956 кеше (2011).

Тарихы

Беренсе тапҡыр 948 йылда телгә алына. X—XII быуаттарҙа католик үҙәк булараҡ тиҙ үҫешә, һуңынан оҙаҡ ваҡытҡа бөлгөнлөккә төшә. XIV быуатта чума тарафынан бушап ҡала.

1849 йылдың 31 майында дания-пруссия һуғышы ваҡытында бында генерал Адольф фон Гиршфельдтың немец ғәскәрҙәре менән Риеның дат дивизияһы араһында алыштар була.

XIX быуатта Орхуста тимер юлы үткәндән һуң иҡтисади күтәрелеше башлана.

Халҡы

Йыл Халыҡ һаны
1907 51 815
1961 118 900
Йыл Халыҡ һаны
2011 310 956
2017 269 022
Йыл Халыҡ һаны
2022 285 273
2023 290 598

Иҡтисады

Ҡала сауҙа-сәнәғәт, тимер юл үҙәге булып тора. Машиналар төҙөү (Danfoss компанияһы фабрикаһы), химик, текстиль, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән. Шулай уҡ ҡалала һөт продукттары етештереүсе— дания-швед Arla Foods компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Мәҙәниәте

Кафедраль соборы эргәһендә майҙаны
Кафедраль соборы эргәһендә майҙаны

Ҡалала Орхус университеты (1928 йылда барлыҡҡа килгән), опера театры, ботаника баҡсаһы урынлашҡан, милли масштабтағы Орхус симфоник оркестры эшләй.

Концерт залында (дат. Musikhuset) даими музыкаль фестивалдәр уҙғарыла, шул иҫәптән Орхус фестивале сентябрҙең беренсе аҙнаһында уҙғарыла һәм европа билдәлелегенә эйә.

Иҫтәлекле урындары

4 images

Иҫтәлекле урындары — Иҫке ҡалала: XIII—XV быуаттарҙың кафедраль готика соборы (илдең иң ҙур сиркәүе), Фрукирхе сиркәүе (XI—XV быуаттар), иҫке ратуша (1857). Яңы ратуша (1938—1942, арх. Арне Якобсен), университет биналары комплексы иғтибарға лайыҡ. «Боронғо ҡала» музейында Данияның төрлө ҡалаларынан XVI—XVII быуаттарҙа төҙөлгән 50-нән ашыу йорт йыйылған. Художество музейында — XIX—XX быуаттың дат һынлы сәнғәте. Боронғо тарих музейында бер нисә уникаль боронғо артефакттар бар. Шулай уҡ тәбиғәт, тарих фәне, медицина, янғын һәм уларҙан һаҡланыу, Ҡатын-ҡыҙҙар музейы, Орхус ҡала музейы, викингтар музейы, обсерватория һәм башҡа иҫтәлекле урындар бар. Ҡала үҙәгендә бер нисә матур фонтан урынлашҡан (уларҙың иң билдәлеһе — «Сусҡалар фонтаны» ратуша алдында 1941 йылда төҙөлгән).

Билдәле кешеләре

  • Гитте Хеннинг — актриса һәм йырсы, 1973 йылда Евровидение ҡатнашыусыһы.
  • Вероника Мортенсен — джаз йырсыһы.
  • Бьёрн Страуструп — программалау C++ теле авторы.
  • Людвиг Шитте — композитор һәм пианист, Лист уҡыусыһы, күренекле педагог.
  • Йенс Кристиан Скоу — ғалим, химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1997).
  • Габриэль Аксенль — кинорежиссер, күп кенә абруйлы кинофестивалдәр премияһы номинанты.

Спорты

  • Ориентирлау — 2006 йылда Орхуста ориентирлау буйынса йәйге донъя чемпионаты үтә.

Туғандаш ҡалалар

Түбәндә Орхустың туғандаш ҡалалары исемлеге бирелгән:

Партнёр ҡалалар

Улар араһында:

Һылтанмалар

  • Рәсми ҡала сайтында 2005 йыл 7 февраль архивланған. (инг.)
  • Рәсми турист сайты 2012 йыл 8 сентябрь архивланған. (инг.) Ҡалып:Битая ссылка
  • Ҡала һүрәтләү, тарихы, фотоһын сайтында форум Talusha.3bb.ru 2014 йыл 22 май архивланған. (рус.)
  • Ҡатын-музейы 2018 йыл 27 октябрь архивланған. (инг.) Ҡалып:Битая ссылка

Read next

In 110 languages

Text from Wikipedia, CC BY-SA 4.0 · Source article