factograf
BA

швейцар психиатры, төпкөл психологияһының йүнәлеше булған — аналитик психологияһына нигеҙ һалыусы (1875–1961)

Карл Густав Юнг

Карл Густав Юнг

Key facts

тыуған көнө26 июль, 1875 й.
вафат булған көнө6 июнь, 1961 й.
һөнәр төрөпсихолог
вафат булған урыныKüsnacht
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреКалькутта университетының почетлы докторы
сығанаҡтарҙа тасуирланаҘур Совет энциклопедияһы (1969 - 1978)
All data from the card 9
Тыуған көнө
26 июль 1875
Тыуған урыны
Кесвиль, Тургау, Швейцария
Вафат көнө
6 июнь 1961 (85 йәш)
Вафат урыны
Кюснахт, Швейцария
Ғилми даирәһе
Психиатрия, психология, аналитик психология, психотерапия
Альма-матер
Базель университеты
Ғилми етәксеһе
Эйген Блейлер
Уҡыусылары
Кавай, Сабина Николаевна Шпильрейн, Мария-Луиза фон Франц, Эрих Нойманн
Ниндәй өлкәлә танылған
Аналитик психологияға нигеҙ һалыусы

Ка́рл Гу́став Юнг — швейцар психиатры, төпкөл психологияһының йүнәлеше булған — аналитик психологияһына нигеҙ һалыусы.

Аналитик психологияһының маҡсаты булып пациенттарҙың барлыҡҡа килгән архетипик образдарына аңлатма биреү тора. Юнг коллектив аңһыҙ даирәнең образдарында (архетиптарҙа), дөйөм кешелек символикаһын шул иҫәптән мифтарҙы һәм төштәрҙе өйрәнеүҙе үҫтерә. («Либидоның метаморфозалары һәм символдары»).

Юнгтың фекеренсә, психотерапияның маҡсаты булып шәхестең индивидуацияһы тора.

Шулай уҡ Юнгтың психологик типтар концепцияһы ныҡ танылыу алған.

Биографияһы

Юнг 1910 йылда.
Юнг 1910 йылда.

Юнг Швейцарияның Кесвиль ҡалаһында швейцар реформатор сиркәүенең пастор ғаиләһендә тыуған. Атаһы яғынан ҡартатаһы һәм ҡарт олатаһы врач була.

Карл Густав Юнг Базелдә университеттың медицина факультетен тамамлай. 1900 йылдан 1906 тиклем Цюрихтә психиатр клиникаһында танылған психиатр Э. Блейлерҙың ассистенты дәрәжәһендә эшләй. 1909—1913 йылдарҙа Зигмунд Фрейд менән хеҙмәттәшлек итә, психоаналитик хәрәкәттә төп ролде башҡара: Халыҡ-ара психоаналитик ойошмаһының беренсе президенты, психоаналитик журналдың редакторы, психоанализ буйынса лекциялар уҡыусы.

1903 йылдың 14 февралендә Юнг Эмма Раушенбахҡа өйләнә. Тиҙҙән ул ҙур ғаиләнең башлығы булып китә. 1904 йылда уларҙың ҡыҙы Агата, 1906-ла — Грета, 1908-ҙә — улдары Франц, 1910-да — Марианна, 1914-ҙә — Хелена донъяға тыуа.

1904 йылда үҙенең пациенткаһы Сабина Шпильрейн-Шефтель менән таныша һәм аҙаҡтан оҙайлы никахһыҙ мөнәсәбәттә була.

1907—1910 йылдарҙа Юнг менән төрлө ваҡытта мәскәү психиатрҙары Михаил Асатиани, Николай Осипов һәм Алексей Певницкий осрашалар.

1914 йылда Юнг Халыҡ-ара психоаналитик ассоциацияһынан сыға һәм үҙенең практикаһында психоанализ техникаһынан баш тарта. Ул үҙенең «Аналитик психология» тип аталған теорияһын һәм терапияһын ентекләп эшкәртә.

Әҙәбиәт

  • Шойфет М. С. Юнг (1875–1961) // 100 великих врачей. — М.: Вече, 2008. — 528 с. — (100 великих). — 5000 экз. — ISBN 978-5-9533-2931-6.
  • Узланер Д. А. Эволюция взглядов К. Г. Юнга на христианство и феномен национал-социализма // Вестник Московского университета. Сер. 7. Философия. — М.: МГУ имени М. В. Ломоносова, 2007. — № 3. — С. 76-96.
  • Sonu Shamdasani. Jung and the Making of Modern Psychology: The Dream of a Science. — Cambridge University Press, 2003. — xvi, 387 p. — ISBN 978-0-521-83145-1.

Һылтанмалар

  • Библиотека работ Карла Юнга и юнгианских психологов 2014 йыл 25 июнь архивланған.
  • Карл Густав Юнг о Пикассо

Read next

In 112 languages

Text from Wikipedia, CC BY-SA 4.0 · Source article